Йәшәүҙе яратҡанға – йөҙө нурлы20.11.2018
Асҡын районының Билгеш ауылы ағинәйе Рауза Солтанша ҡыҙы Ғәйдуллина – ҡатмарлы тормош юлы үткән кеше. Әммә ул күңел йылыһын, ихласлығын бөгөнгәсә һаҡлап ҡалған, йәшәүҙе яратыуы йөҙөндә яҡты нур булып сағыла.

Ошо көндәрҙә Билгеш ағинәйе 90 йәшен билдәләне. Уны күркәм ғүмер байрамы менән Асҡын район Советы аппараты секторы мөдире Миңзәлә Ғөбәйҙуллина менән Ҡашҡа ауыл Советының эштәр идарасыһы Гөлшат Нурдәүләтова ҡотланы. Улар Рауза Солтанша ҡыҙына район хакимиәте башлығының тәбрикләү хатын тап­шырҙы.




Вернуться назад