Архангел районы үҙәгендә йәшәгән өсөнсө класс уҡыусыһы Зарема Абдурахманова 12 ноябрҙә һыуға батып барған әхирәтен ҡотҡара.
Улар икәүләшеп киске сәғәт биштәрҙә мәктәптән ҡайтырға сыға. Асҡын йылғаһы янында әхирәте йылғаға төшөп, боҙ өҫтөнән китә. Тик йоҡа боҙ ҡатламы, уның кәүҙәһен күтәрә алмай, ватыла. Зарема ҡаушап ҡалмай, батып барған ҡыҙға ярҙамға ташлана: уны һыуҙан сығарып, өйөнә тиклем оҙатып ҡуя.
Әлеге мәлдә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ҡыҙҙы был батырлығы өсөн бүләкләү мәсьәләһен ҡарай. Әйткәндәй, Зарема Архангел ауылындағы 1-се мәктәптәге кадет класында белем ала.