Хыялдағы аҡ ҡала20.11.2018

“Ул бит беҙҙең дыуамал йәшлегебеҙ!”

Ағиҙел менән Кама йылғалары ҡушылған ерҙә барлыҡҡа килгән ул Ағиҙел ҡалаһы. 1980 йылда атом электр станцияһы төҙөй башлау менән бәйле ҡасаба ҡалҡып сыға, ә 1991 йылдан ҡала статусына эйә була.

Йәшлек хыялынан баш тартмайҙар

Республикабыҙҙың ғына түгел, бөтә Рәсәйҙең төрлө төбәгенән ҙур төҙөлөшкә ағылған йәш бел­гес­тәрҙән, төҙөүселәрҙән бығаса буш йәйрәп ятҡан яландар йән­ләнә, шау-гөр килеп торған кү­ңел­ле тормош майҙанына әүе­релә. Бер-бер артлы һыу тамсы­һындай оҡшаш биш ҡатлы аҡ йорт­тар, үҙенсәлекле архитектуралы ихаталар, сик һаҡсыһылай төҙ, бейек ағас аллеялары, социаль объекттар – барыһы ла ағиҙелдәрҙең йәш хужалары өсөн. Тик бөтә хыялдарҙы алыҫтағы Чернобыль фажиғәһенең шаң­дауы юҡҡа сығара. Һүҙ ҙә юҡ, Чернобыль АЭС-ы реакторындағы шартлау эҙемтәләрен, уны лик­видациялауҙа ҡатнашыу­сыларҙың ауыр яҙмышын, фажиғә ҡорбан­дарын әле лә онотоу мөмкин түгел. 1990 йылда “йәшел”дәрҙең ҙур баҫымы аҫтында, Ағиҙелдә АЭС төҙөү туҡтатыла. Был ваҡи­ғаға баһа биреүҙе маҡсат итеп ҡуймайбыҙ, әммә ҙур өмөттәр бағлап, ең һыҙғанып яңы ҡала төҙөлөшөнә килгән йәштәр хыялдарынан ғына түгел, күңел һалып башҡарған эштәренән дә ҡолаҡ ҡаға. Башҡортостан Юғары Советы Президиумы указына яраш­лы, ҡалала эш урындарын булдырыу буйынса саралар күрелә.

Әйтеүе генә анһат, 16 мең ҡала кешеһенең яртыһы тиерлек бер юлы эшһеҙ ҡалһын әле! Ул осорҙағы республика етәксеһе Мортаза Рәхимовтың төптән уйланылған аҙымы – ил дәүләте тарафынан һуңғы сиккә килтереп терәтелгән халыҡҡа ярҙам итеү маҡсатында ете йыл дауамында “иҡтисади уңайлылыҡ зонаһы” статусы биреүе, йәғни оффшор зонаһы тип иғлан итеүе күп бәләләрҙән йолоп алып ҡала. Бизнестарын башларға йөрөгән эшҡыуарҙарҙың төбәк һалымдары түләүҙә льготаларға эйә булыуы ҡалаға средстволар йәлеп итергә ярҙамлаша.
***
Ағиҙелдәге тәүге танышыбыҙ, ҡала төҙөлөшөнөң беренсе көндә­ренән инженер-механик вазифа­һын йөкмәгән Йылайыр егете Шәфҡәт Биксәев тормошон күптәр кеүек ятаҡ мөйөшөнән башлаған.


– Беҙҙең дыуамал йәшлек ҡалаһы бит ул Ағиҙел. Ул йылдарҙағы һәр көндө һағынып, юҡһыныулы хис-тойғо менән иҫкә алам. Һеҙ ул осорҙо күҙ алдына ла килтерә алмайһығыҙ: умарта күсе кеүек ҡайнап торған төҙөлөш майҙаны ине бында. АЭС биләмәһе ҡаланан бер яҡ ситтәрәк ята. Иртә менән халыҡ бөтә урамдарҙы тултырып, эркелеп эшкә барырға сыға. Йәштәр автобустарға тейәлешеп, күңелле әңгәмәләшеп, уйын-көлкө менән хеҙмәткә ашыға. Күпме дуҫ-иш таптым, тормош иптәшемде лә төҙөлөштә осраттым. Күптәр ошонда башлы-күҙле булды, ғаилә ҡорҙо, балалар үҫтерҙе. Миңә, авиация университетын яңы ғына тамамлап килгән, әлегә “йәшел”, әммә өмөтлө йәш белгескә, объекттарҙы ҡабул итергә тура килде, бөтә техниканы төҙөк тотоу бурысы йөкмәтелде. Әмәлгә ҡалғандай, тракторы йә тейәгесе ватыла – бөтәһен дә контролләргә, эшкә ҡушырға тырышырға кәрәк, – тип Шәфҡәт Ибраһим улы күңелендә һаҡлаған хәтирәләрҙе байҡаны. – Бына ошо Тыныслыҡ урамындағы яңы йорттоң тәүге ҡатында беренсе тапҡыр фатир алып ҡыуандыҡ. Аҙаҡ бер нисә тапҡыр фатирҙы алмаштырҙыҡ, тик быныһы үтә ныҡ һағындыра. Бәлки, ошо йортта ҡалған йәшлек дуҫтарының тартыу көсө сәбәпселер…

Ағиҙел йылғаһы ярында, дала уртаһында төҙөлгән ҡаланы проектлау ҙа ҡатмарлы булмай: урамдар бында иркен, транспорт сиселештәре уңайлы, торлаҡ һәм парк зоналары айырымланған. Барыһы ла кешенең тормош сифатын яҡшыртыуҙы, уңайлыҡтар булдырыуҙы күҙ уңында тотоп эшләнгән, иң тәүҙә социаль-мәҙә­ни объекттар төҙөлгәс кенә, АЭС өсөн майҙан һалыуға тотонғандар. Советтар илендә етәкселәр ара­һында “йомро” башлылар етерлек булғандыр, күрәһең, атомсылар ҡалаһы, уларҙың иҫәбенсә, иң күркәм, иң төҙөк, йәшәү өсөн уңайлы, етеш тормошло, ҡайнап торған мәҙәниәт үҙәге булырға тейеш ине. Хәҙерге Рәсәй ғалим­дарының тикшеренеүҙәренә ҡара­ғанда, бөтә республиканы һәм Уралды арзан энергия менән тәь­мин итергә тейешле Башҡорт­остан АЭС-ы майҙаны тектоник һәм сейсмик шарттар буйынса норматив документтарға тулы­һынса яуап бирә тип табылды.

…Шәфҡәт Ибраһим улы, өҫкө ҡаттарҙың береһендәге балконда кемделер күреп, ҡул болғай һалды:
– Дима, кәләшең Нинаны ла бында алып төш, йәшлегебеҙҙе иҫкә алайыҡ, – тине, шаяртып. – Бөгөн балыҡҡа йыйынмайһыңдыр бит, әйҙә, тиҙерәк бул!

Ҡорҙаштар ошо йортта байтаҡ ғүмер йомғағын һүтеп, зәңгәр томандар аръяғында ҡалған хыял­да­рының тормошҡа ашмай ҡалы­уына үкенестәрен йәшермәй. Дмитрий Застоин АЭС төҙө­лөшөндә мастер, прораб, ә инженер ҡатыны Нина төҙөлөш идаралығында ҡыҫҡартылыуға эләккәнсе эшләй. “Электр станцияһы эргәһенән бөгөн дә тыныс ҡына үтә алмайым, сөнки әлеге “туңдырылған” төҙөлөшкә иптәштәрем тарафынан күпме көс, хеҙмәт, аҡса һалынғанын яҡшы беләм”, – ти Нина Застоина. Ағиҙелдең тәүге ташын һалған йәштәштәрҙең береһенә лә аҙаҡ та ҡул ҡаушырып ултырырға тура килмәй. Әле лә лайыҡлы хеҙмәттәре менән ҡала үҫешенә үҙ өлөштәрен индерә улар, хатта йәшлек хыялдарынан да баш тартырға уйҙары юҡ.


Гранттар нисек яулана?

Бөгөнгө Ағиҙел – социаль инфраструктураһы яҡшы үҫешкән, зауыҡлы, уңайлы көнкүреш өсөн бөтә шарттар тыуҙырылған ҡала. Белем биреү һәм мәҙәниәт усаҡтары күптәрҙе көнләштереп тә, һоҡландырып та сәмләнеп эшләй. Ул – республикалағы иң төҙөк ҡалаларҙың береһе, хатта үткән йылдарҙың береһендә Бөтә Рәсәй конкурсында “Рәсәйҙең иң төҙөк ҡалаһы” исеменә лайыҡ булғаны ла иҫтә.

252 бала, туғыҙ милләт вәкиле белем алған башҡорт гимназия­һы – тышҡы йөҙө, үҙенсәлекле архитек­тураһы менән генә түгел, эшмә­кәр­леге, ижади ҡарашлы, конку­ренцияға һәләтле уҡытыу­сылар коллективы менән кемдәр­гәлер маяҡ, кемдәргәлер фәһем, тәжрибә алырлыҡ уҡыу йорто.
Бөгөн дә талантлы кескәй ағиҙел­дәрҙең сәхнәләге сығыш­тары, төньяҡ-көнбайыш башҡорт­тарының әҙәби телде үҙләштереп, халыҡ йырҙары нескәлектәрен тойоп, аһәңле башҡарыуы күңелдәр­ҙе күтәрҙе. Гимназияға аяҡ баҫҡанда башҡортса бер һүҙ белмәгән рус ҡыҙҙарының илһамланып башҡорт телендә йырлауына ла шаһит булдыҡ. Телдәрҙе күп белеү эске донъяны байыта, аң даирәһен киңәйтә, ти аҡыл эйәләре. Һис һүҙһеҙ, әле гимназияла белем алған бөтә балалар өсөн дә камиллашыу юлдары асыҡ, һәләттәреңде үҫтереү мөмкинлектәре лә, һиңә ярҙам һуҙырға һәр саҡ әҙер оло йөрәкле педагогтары ла етерлек.

Шуларҙың береһе – педагог-ойоштороусы, “Рәсәй мәғариф элитаһы” милли премияһының алтын миҙалы менән бүләкләнгән Аҡтаныш ҡыҙы Лениза Фәтхет­динова. Уның тиктормаҫлығы, һәр эшкә лә маһирлығы һәм оҫта етәкселегендә гимназия тормошо гөрләп, береһенән-береһе ҡыҙыҡ­лыраҡ, мауыҡтырғысыраҡ ваҡиға­ларға байып тора, ти коллегалары. Лениза Әбел ҡыҙының тәрбиәләнеүселәре – төрлө конкурстар, олимпиадалар лауреаттары, дипломанттары һәм при­зерҙары. Республика кимәлендәге КВН уйындарында, “Театр яҙы”, “Баш­ҡортостан ынйылары”, “Виват” конкурстарында әүҙем ҡат­нашып, үҙ һәләттәрен асҡан, еңеүҙәр яулаған тәрбиәләнеү­селәре араһында “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү фестивал­дәре, ижади проекттар призер­ҙары ла бар.

Барыһын да телгә алып китеү мөмкин түгел, ә бына быйыл “Шишмәләр ниңә юғала?” тип аталған ғилми проект Рус география йәмғиәтенең республика бүлексәһе ойошторған “Республи­каның 100 йыллығына –төҙөк­ләндерелгән 100 шишмә” акция­һында ҡатнашып, 300 мең һумлыҡ грант алыуға өлгәшеүе һәр яҡтан да маҡтауға лайыҡ. Республика ҡаҙнаһынан бирелгән финанс иҫәбенә юғалған бер шишмәне тергеҙеү, тирә-яғын төҙөкләндереү эше башҡарылған.

Башланғыс кластар уҡытыу­сыһы Гөлназ Ғәлиеваның тотош класы менән интернет-конкурс­тарҙа ҡатнашып, “Һәләтле балалар” йүнәлешендә эшләп, тәрбиә­ләнеүселәрен оло юлға әҙерләүе, бик күп диплом, почет грамоталарына лайыҡ булыуы – уның уңышлы эшләүенә асыҡ бер миҫал. Быйыл Башҡортостан Мәғариф министрлығы үҙ фән­дәре буйынса иң яҡшы тип табылған уҡытыусыларға 200 мең һум күләмендә премия түләү тураһында ҡарар сығарҙы. 33 педагог араһында Ағиҙел ҡалаһы башҡорт гимназияһының башлан­ғыс кластар уҡытыусыһы Гөлназ Рауил ҡыҙы ла бар.

Гимназия Бөтә Рәсәй конкурс­тарында ла ҡыйыу сығыш яһай. “Белем биреүҙә инноватика” профессиональ конкурсында – дип­ломдарға, “Белем биреү мөхите” форумында лауреат миҙалына һәм ил кимәлендәге башҡа бәйге­ләргә үҙҙәрен һынап, еңеүҙәргә өлгәшкән берҙәм коллективҡа, уның оҫта ойоштороусыһы, яңы идеялар менән дәртләндереүсе, тынғыһыҙ директоры Гөлфиә Әлфәт ҡыҙы Динисламоваға тағы ла ижади уңыштар, яңы бейеклектәр теләйһе генә ҡала.


Һәр яҡтан да беренсе

Йәш ҡалала иң беренсе, иң “боронғо”, иң ҙур мәктәп ҡайҙа? Белем усағы директоры Люциә Мәснәүи ҡыҙы ошонда 30 йыл ғүмерен балалар тәрбиәләүгә биреүенән, һаман да эҙләнеүҙәр юлында, профессиональ оҫта­лыҡты камиллаштырыу йүнә­лешендә тайпылмай эшләүенән ҡәнәғәтлек кисерә. 850 бала белем алған усаҡҡа гел генә ялҡынланып торһон, дәрт-дарман һүрелмәһен өсөн күпме тырыш­лыҡ һалырға кәрәклеген ул ғына яҡшы беләлер.

15 мең халыҡ йәшәгән ҡаланың иң ҙур 1-се мәктәбендә электрон белем биреүҙе үҙләштереп, информатика буйынса өҫтәмә клас­тар асып, интерактив таҡталар менән йыһазландырып, интер­нетҡа 100 проценты менән бәй­ләнеш, локаль мәктәп селтәре булдырып, электрон журналдарға һәм көндәлектәргә күскән заманса мәктәптең ҡаҙаныштары хаҡында бик күп яҙырға ла, һөйләргә лә булыр ине.

Беҙҙе, барыһынан да элек, быйыл коллективтың Бөтә Рәсәй кон­курсында, 800 мәктәп ҡат­нашҡан етди бәйгелә ярышҡа сығырға баҙнат итеүе, Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург, Новосибирск һәм башҡа эре, ҡеүәтле ҡала мәктәптәре менән бер рәттән, үҙҙәрен һынап ҡарарға тәүәккәлләүҙәре аптыратты, һоҡландырҙы һәм, әлбиттә, ғорурландырҙы.

Эш бит ҙур күләмле грант яулауҙа ғына түгел, ә һәр саҡ эҙләнеү юлында, маҡсатҡа ынтылып йәшәүҙә. Люциә Мәснәүи ҡыҙы һис һүҙһеҙ хаҡлы: “Тып-тын йәшәү ялҡыта, үҙеңде мүкләнә башлағандай, артта ҡалғандай тояһың, уҡытыусыға алға ҡарап, тиңдәр араһында тиң булып йәшәргә кәрәк”.

– Эш ниҙән башланды, оло бәй­ге­лә ҡатнашыуҙа нимә этәргес булды? – тигән һорауыбыҙҙы мәктәп етәксеһе яуапһыҙ ҡалдырманы.

– Тәүҙә конкурс шарттары менән танышҡас, бер аҙ һуңғараҡ ҡалыуыбыҙҙы аңланым. Биш йүнәлештең араһында күңелгә ятҡаны ла бар – “Һанлы белем биреү мөхите һәм электрон уҡытыу” тип аталғанын үҙебеҙҙә камиллаштырып ятабыҙ ҙабаһа! Һанлы технологиялар дәүерендә уҡыусыларыбыҙҙы профессиональ карьераға әҙерләү көндәлек хеҙмәтебеҙ бит, – тине Люциә Бәшәрова. – Шулай ҙа конкурсҡа заявка ебәрҙек, ике аҙна эсендә коллегаларым Эльвира Маркова, Ленара Фәхретдинова менән бергәләп проектты әҙерләнек, ҡала хакимиәте башлығынан, Мәғариф министрлығынан рөхсәт алдыҡ. Конкурс шарты буйынса үҙебеҙҙең, бағыусыларҙың средстволарынан тыш, республика бюджетынан да аҡса йәлеп итергә кәрәк ине. Сметаһын да төҙөнөк. Шулай итеп, бәйгелә 639-сы булып теркәлдек. 800 алдынғы мәктәп араһында бер миллион һумлыҡ грант отоу төшкә лә инмәгән хыял ине. Башҡортос­тандың еңеүселәр рәтен тағы ла бер белем усағы – Стәрлетамаҡ ҡалаһы мәктәбе тулыландырҙы. Рәсәйҙең миллион халыҡ йәшәгән ҡала мәктәптәре араһында бәләкәй генә Ағиҙел ҡалаһының мәктәбе тәжрибәһен сәхнәнән таратыу, коллектив хеҙмәтебеҙ менән уртаҡлашыу барыһынан да баһалыраҡ, өҫтөнөрәк ғәмәл булды беҙҙең өсөн.

Бер миллионлыҡ грантты нимәгә тотонасаҡһығыҙ тимәк­сеһе­геҙме? Беҙҙең күптәнге матур хыялыбыҙ бар – күп функциялы танып-белеү үҙәге төҙөү. Бөтә заманса белем биреү ресурстарын файҙаланып, хәҙерге көн талаптарына яуап биргән дәрестәр үткәреү, программа төҙөү менән шөғөлләнеү, робот техникаһын үҫтереү… Ижади ҡарашыбыҙ, башланғыстарыбыҙ ҡала хаки­миәте тарафынан да хуплау тапҡас, ниәттәргә өлгәшеү еңе­лерәк. Әйткәндәй, быйыл респуб­ликаға урындағы башлан­ғыстарға булышлыҡ итеү программаһында ҡатнашып, 1 миллион 300 мең һум аҡса ла оттоҡ. Шулай итеп, мәктәп бинаһында яңы 46 тәҙрә ҡуйылды, ә беҙ эшебеҙҙән кинәнес кисерҙек.


Ҡариҙел ҡыҙының бәхете – Ағиҙелдә

Береһенән-береһе илгәҙәк, иркә биш ҡыҙға ғүмер биргән Флорида өсөн Ағиҙел күптән инде ҡәҙерле тыуған төйәккә әүерелгән. Тормош иптәше, Ҡалтасы егете Владимир Харланов менән тап ошонда осрашып, матур, татыу ғаилә ҡоралар.

Үҙе декрет ялына сыҡҡанға ҡәҙәр “Ростелеком” акционерҙар йәмғиәтендә менеджер булып эшләй, ә ғаилә башлығы Владимир ҡаланың Мәшғүллек үҙәге директоры вазифаһын башҡара.

Оло ғаилә дүрт бүлмәле, бөтә уңайлыҡтары булған фатирҙа донъя көтә. Өлкән ҡыҙҙары Дианаға инде 15 йәш, ә кинйә­ләренә ни бары дүрт кенә ай.

– Беҙ һайлаған юл еңелдән түгел, – ти йорт хужаһы – әммә һәр көнөбөҙ күңелгә әйтеп бөтөр­гөһөҙ йылылыҡ бирә. Балалары­быҙ­ҙың тормошо, мәшәҡәттәре, уй-фекерҙәре менән йәшәйбеҙ, уларҙың йәменән, ихлас арала­шыуҙан, ябай ҙа, ҡатмарлы ла һорауҙарынан башҡа йәшәүҙе күҙ алдына ла килтереп булмай хәҙер. Бәләкәсебеҙ Аннанан башҡа һәр баланың күңеленә ятҡан шөғөлө, эше бар. Әле генә өлкәнебеҙ Диана өҫтәмә белем алыу өсөн күнекмәгә, ә Анастасия бейеү түңәрәгенә китте. Кискеһен генә бергәләп йыйылып, аралашыу бәхетенә эйәбеҙ.
Харлановтар Әсәлек капиталын фатирҙарын киңәйтеүгә тотонған, ипотека түләүҙәренән дә ваҡытын­да ҡотолғандар.

Владимир әйтеүенсә, ҡала ишле ғаиләләр өсөн генә тәғәйенләнгән тиерһең, барыһы ла бар, балалар баҡсаһына ла бөтөнләй сират юҡ. Бала үҫтергән ғаиләләрҙе социаль яҡлау юғары кимәлгә ҡуйылған. Йорттар алдында кескәйҙәр менән саф һауала йөрөү, уйнау өсөн урын иркен. Йәй буйы йәшеллек, сәскә түтәлдәре күҙҙәрҙе иркәләй, подъездар алды ла таҙа, сүп әҫәре күрмәҫһең, тип һөйөнә атай кеше. Бары бер генә проблема ағиҙелдәрҙең йәнен ҡыя – эшһеҙлек!

– Хеҙмәткә һәләтле йәштәгеләр араһында эшһеҙлек 4,5 процент тәшкил итә, – ти Владимир Харланов. – Әле 362 кеше эшһеҙҙәр иҫәбендә рәсми теркәлгән, шуға күрә һәр кем үҙ эшенә йәбешеп ята беҙҙә, һүҙ тейҙермәҫлек итеп башҡарырға тырыша.

Ысынлап та, бик матур, иҫ киткес таҙа ҡала. Владимир әйтмеш­ләй, көндөҙ сыра яндырып эҙләһәң дә урамдарҙа бер тәмәке төпсөгөн дә, яңылыш төшкән кәнфит ҡағыҙын да таба алмаҫ­һың. Экологик яҡтан да һүҙ тейҙерерлек түгел: балыҡсылар­ға – балыҡ, бәшмәкселәргә бәшмәк етерлек. Ә саф һауаһы һулап туймаҫлыҡ. Сабыйҙарыңды коляскала йөрөтөү, ял итеү өсөн скверҙары ла бар.

Ҡаланы йыш ҡына ҡәләм оҫта­ларының “яңғыҙ әсәләр” ҡалаһы тип атауҙарына ла күнеккән ағиҙелдәр. Дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ, сөнки ир-аттың күпселеге Себер тарафтарында вахта менән эштә, балалар атайһыҙ үҫә. Ҡатындар, сабырлығын йыйып, яңғыҙҙары сабыйҙарын тәрбиәләй, ғаилә башлыҡтарын көтөп ала. Ҡасан да булһа, хәлдең көтмәгәндә яҡшы яҡҡа үҙгәреүенә, “муйын булһа, ҡамыт табылырына” ышанып донъя көтә.


Ихтыяр көсө кәрәк

Ағиҙел ҡалаһы хакимиәте баш­лығы Фәнис Яфас улы Ғилуа­нов­тың көндәлек эш тәртибе сәғәте-минутынаса теүәл билдәләнһә лә, ул журналистар менән әңгәмәлә­шергә лә ваҡыт тапты. Төш мәлен­дә ҡаланың хеҙмәт ветеранын 90 йәшлек юбилейы менән тәбрик­ләргә, ил Президентының Ҡотлау хатын тапшырырға йыйынғанын белеп, беҙ ҙә төбәктең көнкүреше менән таныша-таныша Фәхриә Йосопованың йортона йүнәлдек.

Ут-һыу кисеп, Силәбе өлкә­һен­дә колхозсы, Свердловск өлкәһен­дә кочегар булып эшләгән, биш балаға ғүмер биргән инәй бөгөн ҡыҙы Фәһимә менән уңайлы, яҡты фатирҙа йәшәй. Президент тиклем президенттан ҡотлау хаты алыу, ҡала хакимиәте башлығы­ның йылы һүҙҙәрен ишетеү, бүләктәргә күмелеү һөйөнөсөнән Фәхриә Фәйзулла ҡыҙының күңеле тулды, әле генә аяҡтары һыҙла­уына зарланған инәйебеҙ, ауыртыуын да онотоп, йәштәрсә еңел тороп баҫты. Оло кешегә күп тә кәрәкмәй икән, асыҡ йөҙ, яҡты сырай булһа, кәйеф күтәрелә, китек тойолған донъяң да түңәрәк­ләнә.

Фәнис Яфас улының әйтеүенсә, ҡала халҡының өстән бер өлөшөн хаҡлы ялдағылар тәшкил итә. Уларҙың тулы ҡанлы йәшәүе өсөн уңайлыҡтар етерлек: баҡсаға йөрөү өсөн яҡшы юлдар, транспорт маршруттары булдырылған, Нефтекама дауаханаһына ҡара­ған поликлиника эшләй, магазин­дарҙа йәнең теләгән бөтә нәмә бар, Өфөләгенән кәм түгел.

Башстаттың һуңғы мәғлүмәт­тәренә ҡарағанда, ҡала демографик күрһәткестәр буйынса ошо йылдың туғыҙ айында тотороҡ­лолар иҫәбендә, тыуым үлем кимәленән юғарыраҡ. Әммә хакимиәт башлығын беҙгә яҡшы тойолған йыуатҡыс һандар ҡәнәғәтләндермәй.

– Был – ваҡытлыса күренеш, һис кенә лә үҫеш тип атап булмай. Торлаҡтың сағыштырмаса арзан­лығы, шәхси йорттар һалыу мөмкинлеге һөҙөмтәһендә әлегә мәсьәлә ҡырҡыу төҫ алмаған кеүек. Беҙгә бөгөндән поликлиника хеҙмәтенә ете йәш белгес кәрәк, мотлаҡ торлаҡ менән тәьмин итәсәкбеҙ, тип вәғәҙә бирәм. Ике бүлмәле өс фатирҙы тап ошо маҡсатта, сығымдарға батып булһа ла, һаҡлап тотабыҙ. Әгәр ҙә ғаиләгә медиктар килһә, улар ете йылда торлаҡты үҙ милкенә күсерә аласаҡ. Яңғыҙ белгестәр фатирҙы ун йылдан хосусилаштырыу хоҡуғына эйә. Ғөмүмән, медицина хеҙмәтләндереүен яҡшыртыу өҫтөндә беҙгә эшләргә кәрәк әле, – тине ҡала хакимиәте етәксеһе.

Ҡалала 17-28 йәштәге егет-ҡыҙҙарҙың аҙлығын беләбеҙ, сөнки күптәр уҡырға тип китә лә әйләнеп ҡайтмай. Әммә өлгөрөп еткәс, сит-ят яҡтарҙың һауаһын туйғансы һулағандан һуң, Ағиҙелгә төпләнергә ҡайтыусылар осрап тора. Рәхим итеп, ҡайта күрһендәр, һәр береһенә шатбыҙ.
– Үҫмерҙәрҙең буш ваҡытын йөкмәткеле, файҙалы үткәреүҙе нисек хәл итәһегеҙ?

– Ошо тәңгәлдәге байтаҡ мәсьәләне “Ағиҙел” спорт-ял үҙәге үҙ өҫтөнә алған. Балалар тотош кластары менән бассейнға бушлай йөрөй, өлкәндәр ҙә символик хаҡҡа шөғөлләнергә килә ала. Спорттың күп төрҙәре – волейбол, гимнастика, триатлон, гер спорты һ.б. – буйынса ярыштар үткәрелеп тора, бөтә хәүефһеҙлек талаптары теүәл үтәлә. Өфө яғыулыҡ-энергетика техникумы филиалы уҡыусылары бында даими шөғөллөнә.

Спорт өлкәһендәге уңышта­рыбыҙ менән хаҡлы рәүештә ғорурланырлыҡ. Велоспортсы Илдар Арыҫлановты ғына телгә алайыҡ. Ағиҙелдәге балалар-үҫ­мерҙәр спорт мәктәбендә әҙерлек үтеп, 2011 йылда Рәсәй чемпионы булды, Италияла уңышлы сығыш яһап, өс тапҡыр призерҙар рәтен тулыландырҙы, аҙаҡ Бельгияла еңеү яуланы, Швейцарияла көмөш миҙал алды, “Итера-Катюша” континенталь турында Рәсәй командаһына ҡушылды. “Русвело” профессиональ клубы менән контракт төҙөнө. Триатлон буйынса республика ярыштары юҡҡа ғына беҙҙең ҡалала уҙғарылмай. Спорттың олимпия төрөнә ҙур иғтибар биргән, уны популярлаштырыуҙа етди роль уйнаған һирәк төбәктәрҙең береһе ул Ағиҙел.

Бөгөн беҙ балалар өсөн технопарк төҙөү өҫтөндә ҙур теләк менән эш башланыҡ. Бағыусылар ярҙамына ла йөҙ тотабыҙ. “Башҡорт­остандың 100 йыллы­ғына – 100 объект” исемлегенә мәҙәниәт йортон үҙгәртеп ҡороу проекты инеүе лә ағиҙелдәр файҙаһына. Элекке кинотеатр бинаһына сәхнә ҡуйып ҡына яраҡлаштырылған бөгөнгө мәҙә­ниәт йорто ҡыҫынҡы, заман талаптарына яуап бирмәй. Әле беҙ һөйләшеп ултырған хакимиәт бинаһы ла элекке ятаҡтың корпусын биләй, бары ремонтлап, эш шарттарына яраҡлаштырып алынған.

– Һеҙгә генә түгел, бөтә ағиҙелдәргә тынысланырға ирек бирмәгән төп һорау: бар яҡтан да камил, йәшәү өсөн уңайлыҡтар тыуҙырылған ҡалала эшһеҙлек мәсьәләһен ҡасан да булһа хәл итерлек юлдар бармы?

– Ни өсөн ҡасан да булһа? Беҙ бит бөгөн йәшәйбеҙ. Был ҡырҡыу мәсьәлә ҡаланың һәр үҫеш дәүе­рендә көн ҡаҙағынан төшмәне. Бына-бына хәл ителеү юлдары табылды тигәндә, төрлө ҡаршы­л­ыҡтар сығып ҡына торҙо, йә финанс, йә ихтыяр көсө етешмәне.

Әле “туңдырылған” атом станцияһы тирәләп радиусы өс километр тәшкил иткән зона булдырылды. “Алдан ҡысҡырған кәкүктең башы ауырта” тигәндәй, күҙ тейеп ҡуймаһын – был би­ләмәнең хужаһы билдәләнде – “Башҡортостан” электр селтәрҙә­ре”. Ҡала бюджетын тулылан­дырыу­ҙа реаль сығанаҡ булыр, тип өмөтләнәбеҙ.

Ынтылыштар аҙ булманы төбәк тарихында. Күп профилле индустриаль парк төҙөү, йылға портын үҙгәртеп ҡороу идеяһы ла ымһындырғыс ине. Беҙ һыу транспортын файҙаланыу мөмкинлек­тәре ҙур булған бик уңайлы ерҙә – Ағиҙелдең Камаға ҡойған урынында йәшәйбеҙ. Ошо йылғалар аша Каспий, Ҡара һәм Балтик диңгеҙҙәренә сығыу әмәлен тормошҡа ашыра алғанда, ҡала­ның ғына түгел, бөтә республика үҫешенә тос өлөш индерер инек. Һыу юлының асыҡлығы бик ҙур йөктәрҙе лә теләгән ергә илтергә ярҙам итәсәк. Белгестәрҙең раҫла­уынса, маҡсатҡа өлгәшеү өсөн Куйбышев тимер юлы менән ҡаланан 100 километрҙа ятҡан Горький тимер юлын тоташтырыу өсөн 230 километр арала рельс­тар һалыу мотлаҡ. Тимер юлһыҙ порт төҙөүҙән генә көтөлгән һөҙөмтәгә өлгәшеп булмаясаҡ тип иҫәпләй эксперттар.

2012 йылда Төркиә белгестәре порт һәм тимер юл төҙөү идеяһын күтәреп алып, ныҡлы ризалашып бөткәйне, әммә һис көтөлмәгән сәйәси ваҡиғалар эшкә аяҡ салды, беҙ инвесторҙарҙы юғалттыҡ. Транспортты файҙаланыу стра­тегияһы федераль кимәлдә логик яҡтан уйланып хәл ителһә, бынан Башҡортостан ғына түгел, күрше республикалар ҙа отор ине. Мөһим аҙымды яһар өсөн финанс һәм теләктән тыш, ныҡлы ихтыяр көсө кәрәк.


Вернуться назад