Амантай урамында табип ҡасан булыр?19.11.2018
Өфөләге Амантай урамындағы социаль учреждение өсөн бина 2013 йылда бүленеп, 2014 йыл аҙағында асылырға тейеш була. Әммә 2-се поликлиниканың филиалы урынлашасаҡ объектты ремонтлаған төҙөлөш фирмаһын мутлашыуҙа тоталар. Зыян 1 миллион 200 мең һум тәшкил итә. Хәҙер яңы подрядсы ойошманы һайлап, өҫтәмә эштәр башҡарырға кәрәк.

Ҡала мэры Өлфәт Мостафин Хөкүмәт кәңәшмәһендә төбәк етәксеһе Радий Хәбировҡа бының ваҡытлыса сара булыуын әйтеп, учреждениеның 2019 йылдың 29 мартында асыласағын, артабан Колгуев биҫтәһендә яңы поликлиника төҙөләсәген хәбәр итте.




Вернуться назад