Республиканың Ҡариҙел районында Бөрө - Тастүбә - Һатҡы юлында ике еңел автомобиль ҡатнашлығындағы фажиғә булды.
"Лада Калина" менән "Богдан -2111" бәрелешә. Билдәле булыуынса, "Калина" йәйге резинала була. Ундағы ике кеше, "Богдан"дағы дүрт юлсы һәләк була. Авария сәбәптәре асыҡлана.
Һауа торошоноң ҡапыл үҙгәреүе сәбәпле, шәмбе 17 ноябрҙә генә республика юлдарында 20 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлеп, уларҙа һигеҙ кеше һәләк булды, 21-е йәрәхәтләнде.