Башҡортостанда яңы төҙөлгән биҫтәләргә алып барған юлдар төҙөү проблемаһы Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә тикшерелде. Радий Хәбиров юлдар һалыу һәм ремонтлауҙа урындағы төҙөлөш материалдарын әүҙемерәк ҡулланырға тәҡдим итте.
- Ҡайҙа барһаң да, кешеләр ер бүлгән, газ һәм ут үткәргән өсөн рәхмәт әйтә, әммә бөтә урында ла юлдар мәсьәләһе киҫкен тора. Тубыҡтан бысраҡта йөрөп төҙөнөргә тура килә. Әйҙәгеҙ халыҡҡа ярҙам итәйек, юлдарҙы күтәртеү сараһын күрәйек, - тине республика етәксеһе.
Радий Фәрит улы 2025 йылға тиклем һәр муниципалитетҡа был юлдарҙы төҙөү һәм ремонтлауҙың "юл картаһы"н әҙерләргә ҡушты.