Тау ҡаласыҡтары эшләй башлаясаҡ19.11.2018
– Өфөлә Зәки Вәлиди урамында учреждениелар бар. Унда ике шыршыны гирляндалар менән биҙәгәндәр. Оят бит. Уның торошо тиндәр хаҡына ғына торошло, һәм бының өсөн аҡса ла барҙыр, тип уйлайым. Интернетҡа инегеҙ һәм ҡарағыҙ, матур итеп эшләгеҙ. Яңы йыл бит, –тип Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хабиров Яңы йыл яҡынлашыуын балалар ғына түгел, ә ололар ҙа тойһон өсөн байрам мөхитен тыуҙырыуҙы үтенде.

Төбәк торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарған Михаил Кирәев оператив кәңәшмәлә район-ҡала хакимиәттәре башлыҡтарына 10 декабргә тиклем урындарҙа боҙ ҡаласыҡтары эшләй башларға тигән күрһәтмә бирҙе.

– Министрлыҡ барлыҡ муниципаль район, ҡала һәм округтарға Яңы йыл байрамын үткәреү урынын әҙерләү, биҙәү һәм иллюминация, һындар, шыршылар, боҙ тауҙары урынлаштырыуға йүнәлтелгән пландар, саралар тураһында һорауҙар ебәрелде, – ти Михаил Кирәев.




Вернуться назад