Бөгөн – Мәүлит кисе19.11.2018
Йыл һайын Рабиғел әүүәл айының 12-се көнөндә мосолман донъяһында ҙур тантана – Мәүлит байрамы үткәрелә, быйыл ул 20 ноябргә тура килә. Ә Рабиғел әүүәлдең 11-се кисе Мәүлит кисе булып тора.

Риүәйәттәргә ҡарағанда, был төндә һөйөклө пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт Мостафа саллалаһу ғәләйһи үә сәлләм донъяға килгән. “Мәүлит” – ғәрәп һүҙе, беҙҙеңсә тыуыу тигәнде аңлата.

Йола буйынса, Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең тыуған көнөндә, йәғни Мәүлит байрамында мәсеттәрҙә пәйғәмбәребеҙгә бағышлап хөтбәләр уҡыйҙар, вәғәздәр һөйләйҙәр, салауат әйтәләр. Ислам динен тотоусылар һый-хөрмәт менән табын әҙерләп милләттәштәрен һыйлай.



Вернуться назад