Пособие күләме 26 мең һумға тиклем арта19.11.2018
2019 йылдың 1 ғинуарынан баланы йәш ярымға тиклем тәрбиәләгән өсөн айлыҡ пособиеның иң ҙур күләме 26 мең һумға тиклем күтәрелә. Был хаҡта  Федераль социаль страховка фонды хәбәр итте.

Киләһе йылдың 1 ғинуарынан йөклөлөк һәм бала табыу буйынса пособиеның минималь күләме 52 мең һумға тиерлек еткерелә. Социаль страховка фондында асыҡлыҡ индереүҙәренсә, страховкаланған кешенең хеҙмәт хаҡы булмаһа йәки бик аҙ икән, пособие минималь эш хаҡынан сығып иҫәпләнә. Хеҙмәткә минималь түләү яңы йылдан 11 280 һумға тиклем арта. Әлегә ул 11 163 һум тәшкил итә.

Шул уҡ ваҡытта йөклөлөк һәм бала табыу буйынса пособиеның максималь күләме 301 мең һумдан ашыу буласаҡ. Быйыл ул 282 мең һумдан күберәк. Баланы йәш ярымға тиклем тәрбиәләгән өсөн айлыҡ пособиеның минималь күләме иһә 2019 йылдың 1 ғинуарынан 4,5 мең һумға ҡәҙәр күтәрелә.

Страховкаланған кешенең эш хаҡы булмаһа йәки бик түбән булған осраҡта, был пособие минималь хеҙмәт хаҡынан сығып иҫәпләнә.Быға тиклем баланы йәш ярымға тиклем тәрбиәләгән өсөн айлыҡ пособиеның минималь күләме 4,4 мең һумға тиклем артҡайны.


Вернуться назад