Аҡса бар, эшкә тотонорға кәрәк19.11.2018
Киләһе йылдың 1 сентябренә бөтә дөйөм белем биреү мәктәптәре йылы бәҙрәфтәр менән тәьмин ителергә тейеш. Был хаҡта оператив кәңәшмәлә республика етәксеһе Радий Хәбиров хәбәр итте.

Уның әйтеүенсә, тейешле аҡса бүленгән, бары балаларҙың сәләмәтлегенә ҡағылған эшкә етди ҡарарға кәрәк. Республикала 1500 мәктәп ауыл ерендә урынлашҡан. Ошо мәсьәләне хәл итеү маҡсатында быйыл төбәк бюджетынан райондарға 28 миллион һум аҡса бүленгән. 136 бәҙрәф төҙөкләндерелгән, тағы ла 335 йылы бәҙрәф булдырыу күҙаллана.

Мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова әйтеүенсә, яңы уҡыу йылына тиклем был мәсьәләне тулыһынса хәл итеү өсөн Башҡортостан Хөкүмәте йәнә 167,5 миллион һум бирергә ҡарар иткән.


Вернуться назад