Республика Хөкүмәтенең бөгөнгө оператив кәңәшмәһе Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәновтың аңлатмаһынан башланды. Үткән аҙнала (12—18 ноябрҙә) төбәк юлдарындағы автомобиль һәләкәттәрендә 14 кешенең фажиғәле һәләк булыуы һәм 87 кешенең йәрәхәтләнеүе теркәлгән.
“Тәбиғәт шарттарының ҡырҡа насарланыуы һәм боҙло ямғыр яуыуы арҡаһында юл-транспорт фажиғәләре һаны артты. 17 ноябрҙә генә республика юлдарында һигеҙ кешенең ғүмере өҙөлдө”, — тип хәбәр итте Тимур Мөхәмәтйәнов.
Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров, республика халҡын яҡынлашып килгән боҙло ямғыр хаҡында алдан иҫкәртеү һәм ошо хәтлем ҡорбандарға юл ҡуймау мөмкин түгел инеме, тип Башгидрометүҙәк вәкилдәренән дә хәлде аңлатыуҙы һораны. Оператив кәңәшмәлә ҡатнашҡан синоптиктың әйтеүенсә, был күренеште алдан күҙаллау ауыр. “Шуны ғына әйтә алам: шәмбе көндө күҙәтелгән күренеш бөтә ерҙә лә булды, ләкин ултырған боҙ ҡатламы ҡалынлығы биш миллиметрҙан артманы, шуға күрә бөтә ерҙә лә халыҡты хәбәр итеү системаһын ҡулланманыҡ”, — тине ул.
Радий Хәбиров хәбәр итеү параметрҙарын яңынан ҡарауҙарын һораны һәм “һигеҙ кешене ҡорбан иткәнсе, бөтә республиканы аяҡҡа баҫтырыу яҡшыраҡ” тине.