Һаҙлыҡ нисек паркка әйләнгән?19.11.2018
Йәрмәкәйҙәр уртаҡ көс менән район мәҙәниәт йорто артындағы һаҙлыҡты паркка әүерелдереп килә. Яңы ял урынын “Дуҫлыҡ паркы” тип йөрөтәләр.

Халыҡ унда тәгәрмәсле саңғыла йөрөү өсөн юл төҙөүҙе һорағас, былтыр “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы ярҙамы менән ниәтте бойомға ашыралар. Быйыл “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһенең “Ҡала мөхите” проекты буйынса 800 мең һумлыҡ эш башҡарылған – һаҙлыҡ аша күпер һалынған, 750 метрлыҡ трассаны яҡтыртыу өсөн бағаналар ҡуйылған, туҡталҡа ойошторолған. Уҙған аҙна райондың барлыҡ бюджет ойошмалары хеҙмәткәрҙәре парктағы ағастарҙы һирәгәйтеү, биләмәне таҙартыу өмәһе үткәргән.

Йәрмәкәй ауыл биләмәһе хакимиәте рәйесе Нурислам Тимеров әйтеүенсә, киләһе йыл паркта балаларға уйын майҙансығы төҙөләсәк, ә быйыл ҡыш прокатҡа саңғы биреү ойоштороласаҡ.


Вернуться назад