Бишбүләк районының Баҙлыҡ ауылынан ун йәшлек Аделина Әмерйәнованың батырлығы тураһында күптән түгел хәбәр иткәйнек инде. Хәүеф алдында юғалып ҡалмаған ҡыҙыҡайға район хакимиәте башлығы Наил Ғатауллин иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: өйҙә дүрт һәм бер йәшлек һеңлеләре менән ҡалған саҡта ҡыҙ бала аш-һыу бүлмәһендә көйөк еҫе таралыуына, һыуытҡыс артында осҡон сәсрәүенә иғтибар итә һәм янғын хеҙмәтенә шылтырата. Янғын һүндереүселәрҙең әйтеүенсә, уның уяулығы ҡазаны иҫкәртергә, үҙенең һәм һеңлеләренең ғүмерен һаҡлап алып ҡалырға ярҙам иткән.
Аделина “Янғын сыҡҡанда күрһәткән ҡыйыулыҡ һәм тапҡырлыҡ өсөн” тигән грамота һәм кеҫә телефоны менән бүләкләнде.