Өфөлә ер убылды19.11.2018
Төндә баш ҡаланың Нижегородка биҫтәһендә ер убылып, ике автомобиль зыян күрә. Ваҡиға Һаҙлыҡ урамында була. Соҡорҙоң майҙаны – 10х10 метр, тәрәнлеге – метр ярым. Шуныһы ҡурҡыныс: яҡындағы өйгә тиклем ни бары өс метр ара!

Урынға килеп еткән белгестәр йортҡа ҙур хәүеф янамағанын белдерә, әммә ер убылғанда һыуыҡ һыу үткәргесе зыян күрә. Махсус хеҙмәттәр ваҡиға эҙемтәләрен бөтөрөү менән мәшғүл.


Вернуться назад