Ниндәй ҡала иң таҙаһы?19.11.2018
Рәсәйҙәге миллиондан ашыу халҡы булған ҡалалар араһында Өфө таҙалыҡ буйынса бишенсе урынды алды. Domofond.ru күсемһеҙ милек порталы белгестәренең махсус тикшеренеүе шуны күрһәткән. Ә 150 ҡаланан торған дөйөм рейтингта баш ҡалабыҙ 52-се урында тора.

Илдең иң таҙа ҡалаһы тип Анапа табылған. Иң бысрағы – Волоколамск. Унан Рубцовск менән Пушкин ҡалалары ла артта ҡалмаған.
Мегаполистар араһында таҙалыҡ буйынса беренсе урында – Краснодар. Артынса – Мәскәү менән Ҡазан.

Башҡортостандың иң күркәм ҡалаһы иһә – Нефтекама, дөйөм исемлектә 15-се урында нығынған. 17-селә – Стәрлетамаҡ, 27-селә – Салауат.


Вернуться назад