Стәрлетамаҡ ҡала прокуратураһы судта икенсе төркөм инвалидының бушлай дауаланыуға хоҡуғын яҡлап, уның үҙ иҫәбенә дарыуҙар алыуға тотонған 236 мең һум аҡсаһын ҡайтартыуға өлгәште.
Табиптар онкология менән яфаланған 47 йәшлек иргә ҡиммәтле дарыуҙар тәғәйенләгән. Законға ярашлы, II төркөм инвалиды уларҙы бушлай алыу хоҡуғына эйә, әммә республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы был дарыуҙар менән тәьмин итмәгән. Шуға ла ир уларҙы үҙ аҡсаһына алырға мәжбүр була.