Билдәле Рәсәй “йондоҙо” Баста китап яҙған19.11.2018
Барыһына ла Баста исеме аҫтында билдәле булған йырсы Василий Вакуленконың ошо арала “Бэлла исемле ярғанаттың мажаралары” исемле китабы донъя күрәсәк. Әкиәтте “Эксмо” нәшриәте сығарған. Баста үҙе әйтеүенсә, был китапты ул ҡыҙҙарына яҙа.

Китаптың тәүге автограф-сессияһы ошо көндәрҙә Санкт-Петербург ҡалаһында үтәсәк, был уңайҙан махсус бәйге лә ойошторолған: һәр кем үҙ ғаиләһенең фотоһүрәтен йәки видеояҙмаһын, йә иһә уның хаҡында бер аҙ мәғлүмәт яҙып, #БастаМояСемья хэштегы аҫтында Инстаграмға һалырға тейеш.

Еңеүселәрҙе йырсы һәм уның ғаиләһе менән осрашыу көтә.
.


Вернуться назад