Стәрлетамаҡтар космосҡа яҡыная19.11.2018
Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы ғилми хеҙмәткәрҙәр командаһы “КосМосХак” Мәскәү хакатонында еңеү яуланы.

Ярышта ҡатнашыусыларға VR-AR-технологиялар ярҙамында хәл итә торған ҡыҙыҡлы кейстар тәҡдим иткәндәр. Рәсәйҙән ҡатнашҡан иң көслө 20 команда араһында башҡорт IT-белгестәре “Космос –хыялланыусылар өсөн” темаһы буйынса иң яҡшы үҙенсәлекле сиселеш уйлап тапҡан. Йәғни улар луноходҡа менән идара итеүҙе VR= технологиялар ярҙамында хәл иткән прототип ҡушымта программаһын әҙерләгән.

Был еңеүе өсөн Стәрлетамаҡ ғалимдары 150 мең һум аҡса менән бүләкләнгән, шулай уҡ ҡушымтаны еренә еткереп эшләү өсөн Космонавтика музейы менән килешеү төҙөлгән.



Вернуться назад