Мәскәү археологына штраф һалынды19.11.2018
Белорет район-ара суды Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында Мәскәү ҡалаһынан килгән археологҡа ҡарата административ эште ҡарап, уға 15 мең һум күләмендә штраф һалды. Ул мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау тураһындағы ҡануниәт талаптарын боҙған өсөн яуаплылыҡҡа тарттырылды.

Тарих фәндәре кандидаты В.С. Житенев етәкселегендәге Көньяҡ-Урал археология экспедицияһы быйыл июлдә “Шүлгәнташ” дәүләт ҡурсаулығындағы Шүлгәнташ мәмерйәһендә эшләй. Улар был эшмәкәрлекте Башҡортостан Республикаһының Дәүләт мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау идаралығын иҫкәртмәйенсә алып барған. Мәмерйәне пландан тыш тикшергәндә (октябрҙә) “Көмбәҙ залында” археологик ҡаҙыныу эше ваҡытында закон боҙоу асыҡлана: ҡаҙған ерҙе яңыртмағандар, полиэтилен менән генә ҡаплап киткәндәр.




Вернуться назад