Атайҙар кәңәш ҡорҙо18.11.2018
Хәйбулла районында икенсе йыл рәттән Атайҙар форумы үтә. Был юлы ул мәктәп уҡыусыларының иң яҡшы атайҙарын бергә тупланы. Улар - өлгөлө ғаилә башлығы ғына түгел, балалары өсөн өҙөлөп торған ҡәҙерле кеше һәм ышаныслы терәк тә. Ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауға үҙ өлөшөн индергән атайҙарының һәм балаларына бар яҡлап үрнәк булған яҡын кешеләренең фоторәсемдәре һәм һүрәттәренән уҡыусылар күргәҙмә ойошторған.

Форумда ҡатнашыусылар өсөн психологик-педагогик консультация, “Егеттәр” хәрби-патриотик, “Старт” спорт клубының һәм юл хәрәкәте йәш инспекторҙар отрядының күргәҙмә-презентацияһы ойошторолдо. Шулай уҡ атайҙар балаларының ағастан, пластик шешәләрҙән төрлө әйберҙәр яһау түңәрәктәрендәге эштәрен күреп һоҡланды, үҙҙәрен дә был өлкәлә һынап ҡараны. Улар өсөн тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү, янғын һүндереү, террорға ҡаршы һәм юлдарҙағы хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәү буйынса фекер алышыу һәм уны ғәмәлдә күрһәтеү ҙә ҡаралды.
Райондың иң әүҙем 29 атайына форумды ойоштороусылар тарафынан Рәхмәт хаттары тапшырылды.


Вернуться назад