Баш ҡаланың такси баҙарына “Ситимобил” компанияһы сығырға ниәтләй. Әлегә ул Мәскәүҙә генә эшләй. Хеҙмәтте ойоштороусылар әйтеүенсә, улар Рәсәйҙең ун дүрт ҡалаһында вәкилдәрен эҙләй.
Әле Өфөлә тиҫтәгә яҡын такси компанияһы эшләй. Gett, Uber – баш ҡала баҙарына – 2016 йылда, “Делимобиль” иһә былтыр килгәйне.