Нуриман районының Байгилде ауылында ошо көндәрҙә 95 йәшен билдәләгән Зөләйха Гәрәеваны шулай тип йөрөтәләр. Үҙ ғүмерендә күпте күргән, күпте кисергән юбилярҙы тыуған көнө менән район хакимиәте башлығы Азамат Носратуллин ҡотлап, Рәсәй Президентының бүләген тапшырҙы.
Зөләйха инәй Байгилде ауылында күп балалы ғаиләлә тыуған. Үктәй ете йыллыҡ мәктәбен тамамлағас, хеҙмәт юлын колхозда башлай. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында бригадир була, 1944 йылда кейәүгә сыға. Һуңынан оҙаҡ йылдар ауылда һөт йыя, уны үгеҙ егеп, Нимесләр ауылына ташый. Биш бала үҫтергән.
Зөләйха Ғәләүетдин ҡыҙы – хеҙмәт ветераны. Намыҫлы эше өсөн күп миҙалдар менән бүләкләнгән.