Башҡортостанда сентябрҙән башлап октябрь аҙағына тиклем “Йәшә, урман!” Бөтә Рәсәй акцияһы уҙғарылды. Сараны Федераль урман хужалығы агентлығы ойошторҙо.
Республикала ирекмәндәр һәм белгестәр урманды сүп-сарҙан таҙартты, ағастарҙы хәстәрләне, орлоҡ йыйҙы. Акцияла 30 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Ике ай эсендә 168 меңдән ашыу ағас үҫентеһе һәм сәсмәлек ултыртылды, 38 гектар майҙанда урманға нигеҙ һалынды, 20 гектарҙан ашыу ерҙә парктар һәм скверҙар барлыҡҡа килде.