Дуҫтар! һеҙҙе борсоған һорауҙарға танылған юрист Таһир Мансуров яуап бирә. Уға мөрәжәғәт итеү өсөн
[email protected] электрон адресына хат яҙып ебәрергә йәки телефон аша редакцияның дәүләт һәм хоҡуҡ бүлегенә (272-35-20) шылтыратырға мөмкин.
Дәлилләүе ауыр буласаҡ
— Һаумыһығыҙ! Сетерекле мәсьәлә килеп сыҡты. Ҡыҙым магазинда эшләй ине. Яңыраҡ ул кейәүгә сыҡты һәм балаға уҙҙы. Ауырлы икәнен белеп ҡалған директоры, ҡыҙыма баҫым яһап, уны “үҙ теләгем менән эштән китәм” тигән ғариза яҙҙырған. Йәш, тәжрибәһеҙ кеше яҙған. Хәҙер уның хоҡуҡтарын яҡлап буламы икән? Әгәр судҡа мөрәжәғәт итһәк, уны кире элекке эш урынына алырҙармы? Ауырлы кешене бер кем дә күрә-тора яңы урынға эшкә алмай бит.
Гүзәлиә, Ишембай районы.
— Үҙ теләге буйынса эштән китеү — һәр хеҙмәткәрҙең хоҡуғы. Шуға күрә, дөйөм алғанда, көсләп бындай ғариза яҙҙырып булмай. Әммә ысынбарлыҡта йыш ҡына һеҙҙекенә оҡшаған осраҡтар булып тора. Ҡыҙығыҙҙы ысынлап та мәжбүр иткәндәр икән, быны дәлилләү бик ауырға тура киләсәк. Судҡа ғариза биргән осраҡта һеҙгә уның һүҙҙәрен раҫлаусы шаһиттар табырға кәрәк. Шулай уҡ судҡа эш биреүсе ҡыҙығыҙҙың ауырлы икәнлеген белеүен һәм тап ошо сәбәпле уны эштән китеү тураһында ғариза яҙҙыртыуын да дәлилләргә кәрәк. Һеҙгә иң тәүҙә хеҙмәт инспекцияһына мөрәжәғәт итергә кәңәш итәм. Унда ялыуығыҙ ҡаралғас, шуға нигеҙләнеп, судҡа ғариза бирегеҙ.
Штраф түләге килмәй...— Ҡыҙыма 21 йәш. Былтыр августа кейәүгә сыҡты. 20 йәше тулғанда ғына паспортын алмаштырғас, диплом алғансы яңы фамилияһына икенсе паспорт алмай торорға ҡарар иткәйне. Әле документтарын тотоп барғайны, штраф түләргә тейешһегеҙ, тип ҡайтарғандар. Улар хаҡлымы, был язанан ҡотолоп буламы?
Рәмилә, Белорет районы.
— ЗАГС органында фамилияны үҙгәртеү теркәлгәндән һуң 30 көнлөк ваҡыт иҫәпләнә башлай. Ошо арала граждан Федераль миграция хеҙмәтенә паспорт алмаштырыу өсөн документтарын тапшырырға бурыслы. Шул уҡ ваҡытта был срокты үткәреп ебәреү ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы яуаплылыҡ ҡаралған ниндәй ҙә булһа административ хоҡуҡ боҙоу составын билдәләмәй. Әммә практикала йыш ҡына фамилия үҙгәрткән осраҡта, ваҡытында паспортты алмаштырмаған өсөн Рәсәй Административ хоҡуҡ боҙоу кодексының 19.15-се статьяһы ҡулланыла. Унда паспорты булырға тейеш Рәсәй Федерацияһы гражданы теркәлгән урыны буйынса паспортһыҙ йәки ғәмәлдә булмаған паспорт менән, йәки йәшәгән урыны буйынса рәсми теркәлмәй йәшәгән осраҡта, 1500 һумдан алып 2500 һумға тиклем штраф һалыу ҡаралған. Был санкция сроктың күпме үтеүенә ҡарамаҫтан ҡулланыла, ә Административ хоҡуҡ боҙоу кодексының 4.5-се статьяһына ярашлы, яуаплылыҡҡа тарттырыу ваҡыты үтһә, был уның буйынса административ хоҡуҡ боҙоу тураһындағы эште туҡтата. Дөйөм алғанда, был өлкәләге закондың нескәлектәре күп, артыҡ башығыҙҙы бутап тормай ғына түбәндәгеләрҙе әйтергә була. Һеҙҙең осраҡта административ яуаплылыҡҡа тарттырыуҙың срогы законлы никахҡа инеп бер ай үткәс башлана. Тимәк, ҡыҙығыҙҙы административ яуаплылыҡҡа тарттырырға тейеш түгелдәр, сөнки эштең яуаплылыҡҡа тарттырыу ваҡыты үткән. Был хаҡта уларға әйтергә кәрәк. Барыбер протокол төҙөп штраф һалһалар, судҡа мөрәжәғәт итегеҙ, дөрөҫлөк һеҙҙең яҡта.