Туймазы районының Собханғол ауылындағы балалар баҡсаһына 140-тан ашыу бала йөрөй. Бында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров булып китте.
Мөдир Гөлназ Әбүнәғимова әйтеүенсә, учреждениела 35 кеше эшләй, уртаса йәштәре – 35. Балалар өсөн шарттар бик яҡшы, ләкин бинаның түбәһен яңыртыу һәм тәҙрәләрен алмаштырыу талап ителә.
Радий Хәбиров киләһе йылда түбәне ремонтларға ҡушты. Собханғол урта мәктәбендә лә түбәне ремонтлаясаҡтар. Бында ул уҡытыусылар һәм ата-әсәләр менән һөйләште, йәш көрәшселәрҙең күнекмәләрен ҡараны.