Табиптар өсөн – 125 миллион һум18.11.2018
Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров төҙөлөп ятҡан “Сулпан” биҫтәһен ҡараны. Бында йәшәүселәр транспорт туҡталышына тиклем алыҫ булыуына, урамдар насар яҡтыртылыуына зарланды, балалар поликлиникаһына эләгеүе лә ауыр икән.

Радий Хәбиров билдәләүенсә, дауаханалар һәм поликлиникаларҙа табиптар етешмәүе – системалы проблема. Ул ошо аҙнала республика ҡаҙнаһынан “тар” белгестәр өсөн 125 милион һум аҡса бүленеүе тураһында әйтте. Муниципалитеттар эшкә килгән табиптарҙы торлаҡ менән тәьмин итергә тейешле.

Ошо уҡ биҫтәлә Радий Хәбиров яңы төҙөлгән балалар баҡсаһын да ҡараны. Ул шәхси инвестор аҡсаһына төҙөлгән, ләкин төрлө сәбәптәр арҡаһында һаман файҙаланыуға тапшырылмаған. Республика етәксеһе район властарына был проблеманы хәл итеү юлдарын табырға һәм уға хәбәр итергә ҡушты.



Вернуться назад