Бөгөн республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Октябрьский ҡалаһындағы 35-се биҫтәлә күп ҡатлы йорттарҙың береһендә булды, урындағы халыҡ менән транспорт тәьмин ителеше, күп функциялы үҙәктең эше, бөлгөнлөккә төшкән “Автоприбор” заводының эш хаҡы буйынса бурысын нисек ҡайтарыуы һәм башҡа мәсьәләләр хаҡында һөйләште.
Радий Фәрит улы шулай уҡ “Спартак” һәм “Яҙ” торлаҡ комплекстарының бер нисә йыл инде үҙ фатирҙарын көтөп ала алмаған өлөшсөләре менән аралашты.
– Беҙ алданған өлөшсөләр проблемаһы менән шөғөлләнәбеҙ, һеҙҙе ошо бәлә менән яңғыҙ ҡалдырмаясаҡбыҙ, – тине Радий Хәбиров.