Мостай Кәрим алда бара17.11.2018
Өфө аэропортына исем һайлау буйынса биш көн тауыш биреү барышында халыҡ шағиры Мостай Кәрим алда бара. Уның өсөн 22 863 кеше тауыш биргән.

Икенсе урында - осоусы, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев. Уның исемен 17 591 кеше яҡлаған.

Өсөнсө урында милли герой Салауат Юлаев бара — 5 104 тауыш.

Оҡшаған вариант өсөн тауышты великиеимена.рф сайтында, социаль селтәрҙәрҙә, "ҡыҙыу бәйләнеш" телефоны буйынса, ҡулдан анкета тултырыу аша бирергә була. Улар бөтәһе бергә ҡушыла.

Ойоштороусылар белдереүенсәй, "Рәсәйҙең бөйөк исемдәре" конкурсының финал өлөшөндә 700 меңдән ашыу кеше тауыш биргән дә инде.


Вернуться назад