Бөгөн, 17 ноябрҙә, Өфөлә урыны-урыны менән боҙло ямғыр яуып үтте. Республика ҡотҡарыусылары Дәүләт автомобиль инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә бәхетһеҙлек осраҡтарын иҫкәртеү сараларын күрә.
Күп йөк һыйҙырышлы машиналарға был турала УКВ-радиостанциялар ярҙамында хәбәр иттеләр. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы халыҡҡа смс-хәбәр тарата. Боҙло ямғыр ҙур зыян килтерергә лә мөмкин. Уның ауырлығына сыҙамай, ағастар һына, электр тапшырыу линиялары өҙөлә, юл-транспорт ваҡиғалары һаны арта. Ҡотҡарыусылар хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен инҡар итмәҫкә саҡыра.