Туймазы ҡалаһында сменаһына 300 кеше ҡабул итерлек балалар поликлиникаһы төҙөлөшө тамамлана. Радий Хәбиров үҙенең сәфәре барышында ундағы эш барышы менән танышты. Төҙөүселәр төбәк етәксеһенә объектты киләһе йылдың октябрь-ноябрендә сафҡа индерәсәктәрен хәбәр итте.
Радий Хәбиров шулай уҡ 2-се поликлиниканы ла ҡарап сыҡты. Дауалау учреждениеһының мөдире Ирина Беляева поликлиниканың бер нимәгә лә мохтажлығы юҡлығын белдерҙе. Пациенттар ҡабул итеүҙе лә 10-15 минут ҡына көтә. Шулай ҙа регистратураны бер аҙ үҙгәртеп ҡорорға һәм ағас тәҙрәләрҙе пластик замансаларына алмаштырырға кәрәк икән.
Радий Хәбиров табиптарҙың үтенесен тыңларға һәм кәрәкле сумманы бүлергә ҡушты.