Туймазы районындағы эсәр һыу мәсьәләһен айырым кәңәшмәлә тикшерәсәктәр17.11.2018
Иҫке Туймазы һәм Ғәфүр ауылдары халҡын борсоған төп проблема - эсәр һыуҙың сифаты насар булыу. Ул эсер өсөн генә түгел, йыуыныр өсөн дә яраҡһыҙ. Һыуҙан нефть еҫе килә, ҡайһы берҙә ундағы зарарлы ҡушылмаларҙың күләме ун тапҡырға артып китә.

Радий Хәбиров һыу менән тәьмин итеү мәсьәләһенең кешеләрҙең һаулығы йәһәтенән уғата мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алып, Туймазы районы хакимиәте башлығына барлыҡ документтарҙы тупларға һәм киләһе аҙнала Өфөгә килергә ҡушты.

- Был проблема буйынса Хөкүмәттә айырым кәңәшмә үткәрергә кәрәк. Мәсьәлә тиҙ арала хәл итеүҙе талап итә, - тине Радий Фәрит улы.
Үҙәкләштерелгән һыу үткәргес төҙөлөшөнөң дөйөм хаҡы 200 миллион һум тәшкил итә.



Вернуться назад