Республикала Ҡала мөхите мәсьәләләре буйынса компетенциялар үҙәген асыу планлаштырыла.
Проект авторҙары әйтеүенсә, яңы структура профилле министрлыҡтар һәм ведомстволар, территориаль башҡарма власть һәм урындағы үҙидара органдары, йәмәғәт һәм ирекмәндәр берекмәләре менән бергә эшләйәсәк. Үҙәк ауыл, ҡалаларҙағы йәмәғәт һәм ихата биләмәләрен төҙөкләндереү буйынса тәҡдимдәр әҙерләү, ошоға бәйле проекттарға экспертиза яһау, белгестәр уҡытыу, стандарттарҙы ғәмәлгә индереү, эксперттар берләшмәһен үҫтереү менән шөғөлләнәсәк.