Сиратты кәметеү юлы бар!17.11.2018
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Октябрьский ҡалаһына эш сәфәре барышында, 90-сы йылдарҙа төҙөлгән һәм элек балалар баҡсаһы урынлашҡан буш бинаны ҡарап, бындай йорттарҙы муниципалитет ҡарамағына тапшырыу кәрәклеген билдәләне.

Ҡалала ике айҙан өс йәшкә тиклемге 3 033 сабый балалар баҡсаһына сиратта тора. Ошо бинала капиталь ремонт үткәреү һәм балалар өсөн учреждение асыу ҡаҙна аҡсаһын экономияларға һәм сиратты кәметергә мөмкинлек бирер ине.



Вернуться назад