«Приуралье” юл идаралығы Өфө – Ырымбур юлын ремонтлауҙы туҡтатырға булды. Был ҡарарҙы ул үҙе белдегенә, йәғни бер яҡлы, хәл иткән. Ни өсөн?
Өфө районының Булгаков ауылы менән Ауырғазы районының Толбазы ауылдарындағы участканы яҡшыртыуҙы туҡтатып тороуҙың сәбәбе – эштең килешеүҙә ҡаралған ваҡыт эсендә үтәлмәүе. Был турала юл идаралығының подрядсыға ебәргән хатында хәбәр ителә.
Подрядсы вәкиле аңлатыуынса, был ҡарар асфальтты йылдың һыуыҡ миҙгелендә йәйеүҙе тыйыу менән аңлатыла. Шуға күрә юл һалыусылар бөтә эште туҡтатҡан. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: 20 ноябрҙән алып дөйөм файҙаланыуҙағы автомобиль юлдарына эҫе асфальт-бетон япмаһы түшәү тыйылды. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ошо ҡағиҙәне боҙоусылар була ҡалғанда шәхсән уға хәбәр итергә ҡушҡайны.