Ҡариҙел ауылында һыу үткәргестәрҙе йүнәтеү, яңыларын төҙөү йәһәтенән район хакимиәте махсус ҡарар ҡабул итте.
Сәнәғәт, төҙөлөш, архитектура һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса район хакимиәте башлығы урынбаҫары Рәфис Дәүлиев әйтеүенсә, был маҡсатҡа 11 миллион һум аҡса тотоноласаҡ. Аукционда Өфө ҡалаһынан "Плутос" йәмғиәте еңеп сығып, был эште башҡарыу хоҡуғына эйә булған.
Әле кәрәкле материалдар килтерелгән. Алға ҡуйылған бурысты яҙға теүәлләргә иҫәп тоталар.