Подъезына ҡарап йортон ярат17.11.2018

Башҡортостандағы күп ҡатлы йорттарҙың байтағында подъездар насар хәлдә. Уларҙың күпселеге капиталь ремонт талап итә. Был хаҡта Октябрьский ҡалаһы кешеләре Радий Хәбировҡа ул эш сәфәре менән килгәндә һөйләне.


Подъездарҙың береһен ҡарап, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы күп ҡатлы йорттарҙағы подъездарҙы ремонтлау буйынса республика программаһы ҡабул итеү кәрәклеге тураһында белдерҙе.


– Ихаталар һәм подъездарҙы төҙөкләндереү программаһын ҡабат ҡарап сығасаҡбыҙ. Әле барлыҡ эш күләме муниципалитеттар елкәһенә ята һәм, әлбиттә, аҡса бөтәһенә лә етмәй, яңы йылдан бындай ремонтҡа сығымдар өлөшләтә республика ҡаҙнаһынан бүленәсәк, – тине төбәк етәксеһе.



Вернуться назад