Парктар төҙөкләндереләсәк17.11.2018
Башҡортостанда парктарҙы төҙөкләндереү буйынса төбәк программаһы әҙерләнәсәк һәм ҡабул ителәсәк. Был хаҡта Радий Хәбиров Октябрьский ҡалаһына эш сәфәре барышында Юрий Гагарин исемендәге паркта булғанда хәбәр итте.

Бында йәйәүлеләр юлы ремонтланған, яңы уңайлы эскәмйәләр ҡуйылған. "Уңайлы ҡала мөхите" проекты сиктәрендә бөтәһе 16 миллион һумлыҡ эш башҡарылған.

Парк буйлап үткәндә Радий Хәбиров был эштәрҙең күләмен баһалап, республикала парктарҙы төҙөкләндереү буйынса айырым программа ҡабул итеү зарурлығын белдерҙе.


Вернуться назад