Радий Хәбиров: «Беҙ һеҙгә эш хаҡын арттырасаҡбыҙ»17.11.2018
Октябрьский ҡалаһында төбәк етәксеһе Күп функциялы үҙәк эше менән танышты. Учреждениела 60 кеше бурысын башҡара. Радий Хәбиров бында үҙәк хеҙмәткәрҙәре менән аралашты һәм яҡын арала уларҙың хеҙмәт хаҡын күтәрәсәктәрен белдерҙе.

Билдәле булыуынса, тап ошо сәбәп арҡаһында Күп функциялы үҙәктәрҙә белгестәр етешмәй. "Беҙҙә лә кадрҙар проблемаһы бар, тик ул киҫкен тормай һәм үҙәккә мөрәжәғәт итеүселәр араһында сират юҡ", - тине үҙәк директоры Илдар Миңлеғолов.



Вернуться назад