Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡараусы Радий Хәбиров Октябрьский ҡалаһына эш сәфәрен беренсе ҡала дауаханаһынан башланы. Дауалау учреждениеһының баш табибы Сергей Иванов бинаның 30 йыл элек төҙөлөүен һәм ремонт талап итеүен һөйләне. Бында йәнә 20 миллион һум торған заманса рентген аппараты кәрәк икән. Кадрҙар мәсьәләһе лә киҫкен: бөгөн дауаханаға һигеҙ белгес етешмәй.
Ун йылдан ашыу ошо дауаханала эшләгән терапия бүлексәһе мөдире Айрат Бирҙин төбәк етәксеһенә йәш белгестәрҙең тәү сиратта торлаҡҡа мохтажлығын белдерҙе.
Сергей Иванов Радий Фәрит улынан белгестәрҙе ҡала медицинаһына йәлеп итеүгә лә булышлыҡ итеүҙе үтенде. Әгәр ҙә "Ауыл табибы" кеүек грант ярҙамы булһа, бик ҡыуаныр инек, тине ул.
Радий Хәбиров ауыл медицинаһы менән бер рәттән ҡалаларҙың һаулыҡ һаҡлау тармағы ихтыяждарын да онотмаҫҡа кәрәклеген белдерҙе.