“Башинформ” мәғлүмәт агентлығында Бөтә донъя юл-транспорт ваҡиғалары ҡорбандарын хәтергә алыу көнөнә арналған матбуғат конференцияһы үтте. Унда ҡатнашыусылар юлдағы фажиғәләрҙе анализлау, уларҙы кәметеү йәһәтенән башҡарылған һәм алда торған пландар тураһында фекер уртаҡлашты, тәҡдимдәрен индерҙе.
Башҡортостанда ун ай эсендә 3585 юл-транспорт хәрәкәте фажиғәһе теркәлгән. Уларҙа 448 кеше һәләк булған, 4501-е төрлө тән йәрәхәттәре алған. Водителдәрҙең эскән килеш рулгә ултырыуы сәбәпле 297 авария булһа, уларҙа 65 кешенең ғүмере өҙөлгән, 387 кеше яраланған.