Ғәҙәттән тыш хәлдәр хеҙмәтенә Өфөләге 21-се ҡала дауаханаһында шартлау тауышы яңғырауы хаҡында хәбәр килә.
Урынға килеп еткән ҡотҡарыусылар кислород магистрален техник тикшереү ваҡытында өс сантиметр диаметрындағы кислород шлангыһының шартлап, түбә япмаһының емерелгәнен күрә. Янғын сыҡмай, зыян күреүселәр юҡ.
Дауахана эшмәкәрлеге туҡталмаған, төҙөкләндереү эше бара.