Милләте өсөн йәшәне18.05.2012
Милләте өсөн йәшәнеӨфөнөң 136-сы башҡорт лицейы 2007 йылдан Мөхәммәт Исҡужин исемен йөрөтә. Шәхестең 85 йыллыҡ юбилейы уңайынан ошо белем усағында Мөхәммәт Исҡужин айлығы үтте.
Туған халҡы, иле, теле өсөн янып йәшәгән Мөхәммәт Ғәли улы үткән быуаттың 90-сы йылдарында Сипайлово биҫтәһенең урыҫ мәктәптәрендә башҡорт кластары асыуға башланғыс һала. Бындағы белем усаҡтарында эшләгән башҡорт теле уҡытыусылары, өйҙән-өйгә йөрөп, ата-әсәләр араһында аңлатыу эше алып бара, ғариза йыя. Төрлө етәксенең ҡаршылығына осрауына, кәмһетелеүҙәргә дусар булыуына ҡарамаҫтан, ныҡышмалылығы, тырышлығы арҡаһында маҡсатына өлгәшә Мөхәммәт Исҡужин. Уның илһөйәр, телһөйәр, халҡының киләсәге өсөн ысын йөрәктән борсолған көслө рухлы шәхес булыуына һоҡланмаған кеше булмағандыр. Әгәр шундай сифаттарға эйә булмаһа, күпме һаулығын, ваҡытын сарыф итеп, шул тиклем ҡатмарлы эштәр башҡара алыр инеме?!
Урыҫ мәктәптәрендә мең бәлә менән асылған башҡорт кластарын һаҡлап ҡалыу өсөн тағы ла күп көрәшергә тура килә. Шул уҡ ваҡытта Мөхәммәт Исҡужин Сипайловола айырым башҡорт мәктәбен асыу теләге менән яна башлай. Был ниәтен дә тормошҡа ашырыу өсөн тағы ла ата-әсәләр араһында аңлатыу эшен ойоштороп ебәрә. Уҡытыусылар ярҙамында 860-тан ашыу ғариза йыйыла. Һөҙөмтәлә 1994 йылдың сентябрендә Сипайловола башҡорт милли мәктәбе асырға тигән ҡарарға ҡул ҡуйыла.
Берҙәм көс менән юлланған һәм төҙөлгән уҡыу йортоноң тупһаһына 660 бала аяҡ баҫа. Уларҙы үҙ фәнен, туған телен яҡшы белгән 35 уҡытыусы ҡаршылай. Ифрат ҙур ҡыуаныс, еңеү ине был!
Беҙ, 136-сы башҡорт лицейы уҡытыусылары, уҡыусылары һәм уларҙың ата-әсәләре, Мөхәммәт Ғәли улына бурыслыбыҙ һәм ҙур рәхмәтлебеҙ. Остазыбыҙ милләттәштәребеҙҙең башҡортса, урыҫса, инглизсә яҡшы белеүен, үҙ иленең хужалары булыуын теләгән. Уның изге теләге тормошҡа аша: мәктәбебеҙҙе тамамлаған һәр уҡыусы юғары уҡыу йортона инә, артабан республикала ғына түгел, сит илдәрҙә уңышлы эшләй, төбәгенең данын күтәрә.
М.Ғ. Исҡужиндың юбилейы айлығында шәхестең үҙенә, туған телебеҙгә арналған фәнни-ғәмәли конференция үткәрелде. Унда IX класс уҡыусылары Илмир Зәйнуллин менән Лиана Иҫәнғужина остазыбыҙҙың тормош һәм хеҙмәт юлына байҡау яһаны, йәш физиктар үҙҙәренең тикшеренеү эштәре һөҙөмтәһе менән уртаҡлашты.
Аҙналыҡта уҡыусылар М. Исҡужиндың шәжәрәһе тураһында сәхнәләштерелгән тамаша күрһәтте, шәхескә арнап инша, шиғырҙар яҙҙы, гәзит сығарҙы. Сараның йомғаҡлау өлөшө булараҡ, бөгөн лицейҙа уҡытыусы-мәғрифәтсенең юбилейына арналған республика фәнни-ғәмәли конференцияһы ойошторола.
Нәғимә ВӘЛИЕВА,
Башҡортостандың атҡаҙанған
уҡытыусыһы.


Вернуться назад