Күп балалы ғаиләләрҙе транспорт һалымынан азат итәләр16.11.2018
Күмәк бала тәрбиәләгән ғаиләләрҙә ата-әсәнең (уллыҡҡа алыусының) йәки опекундың берәүһен транспорт һалымынан азат итмәкселәр. Республика законына үҙгәрештәр Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың сираттағы пленар ултырышында ҡараласаҡ.

Ташлама 150 ат көсөнә тиклемге ҡеүәттәге еңел автомобилдәрҙең һәм 125 ат көсөнә тиклемге ҡеүәттәге автобустарҙың береһенә ҡағыласаҡ тип күҙаллана. Һәм быйылғы йылдың 1 ғинуарынан 2024 йылдың 31 декабренә тиклем көсөндә буласаҡ.

Бынан алда республика Хөкүмәте закон проектын парламент тикшереүенә сығарғанда ҡайһы бер льготаларҙан баш тартыу тәҡдимен индергәйне. Әммә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров халыҡ өсөн бөтә һалым ташламаларын һаҡларға ҡушты.


Вернуться назад