Радий Хәбиров: “Әсәләргә бурыслыбыҙ”16.11.2018
– Үҙебеҙҙәге барлыҡ күркәм сифаттар өсөн әсәйҙәргә бурыслыбыҙ. Был хәҡиҡәтте һәр кем яҡшы белә. Әсәләр беҙгә ғүмер бирә, һөйөү, йылылыҡ өләшә. Әсә наҙы, аҡыл ҡеүәһе, хәстәрлеге йөрәктәребеҙҙә мәңге һаҡлана, – тине республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Әсә көнөнә һәм республикала Ғаилә йылына йомғаҡ яһауға арналған тантанала.

Уның әйтеүенсә, ата-әсә һөйөүенә ихтыяж йылдан-йыл арта, барыбыҙ ҙа ысын күңелдән әсәйҙәребеҙҙең һау-сәләмәт булыуын, оҙаҡ йәшәүен, аҡыллы кәңәштәренән мәхрүм итмәүен теләйбеҙ.

Тантанала Радий Хәбиров шулай уҡ балалар өсөн инфраструктураны үҫтереү мәсьәләләрен шәхси контролгә алыуы тураһында һөйләне. Киләһе йыл Башҡортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкилдәрҙең сираттағы съезы үткәрелә. Форум әсәлекте һәм балалыҡты яҡлау йәһәтенән тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығына әүереләсәк.

Республика етәксеһе сарала “Эшләп йөрөгән әсәләр өсөн иң яҡшы предприятие” конкурсында туғыҙ еңеүсегә дипломдар тапшырҙы.


Вернуться назад