Медицина белгестәрен дәртләндереүгә – 125 миллион һум16.11.2018
Республика йортонда уҙған “Сәләмәтлек сәғәте”ндә төбәк етәксеһе Радий Хәбиров бик кәрәкле медицина белгестәрен дәртләндереү маҡсатында 125 миллион һум аҡса бүленәсәген хәбәр итте.

– Хәл бик киҫкен. Биш мең балаға бер педиатр тура килеүе ҡот осҡос. Проблемаға етди ҡарарға кәрәк, – тине ул муниципалитет башлыҡтарына һәм медицина учреждениеһы етәкселәренә.

Радий Фәрит улы һәр бер районға ентекле эш планы ебәреләсәген әйтте. “Был беҙҙең бурыс түгел” тигән һылтау булырға тейеш түгел. Салауат районындағы кеүек тотороҡло эш алып барғанда, кадрҙар менән тәьмин ителеш ҡалалар кимәлендә була ала”, – тип белдерҙе ул.




Вернуться назад