Исламда дуҫлыҡ, иптәшлек мәсьәләләренә айырым иғтибар бирелгән. Ҡөрьәндә “Әл-Маидә” сүрәһенең 55-се аятында шулай тиелгән: “Һеҙҙең дуҫығыҙ – бары тик Аллаһ, уның илсеһе Мөхәммәт һәм Аллаһтың әмерҙәренә буйһоноп намаҙ уҡыусылар, теүәл итеп зәкәт биреүсе һәм рөҡуғ ҡылыусы мөьминдәр”.
Ҡайғылы мәлендә лә, шатлыҡ кисергәндә лә кеше дуҫтарға мохтаж. Дуҫ аҡыллы булырға тейеш, сөнки ахмаҡ менән дуҫлашҡан кеше бәләнән арына алмаҫ. Ахмаҡтың файҙаһы аҙ, зарары күп.
Дуҫың динле, ышаныслы, көслө булһын. Әлбиттә, кеше хатаһыҙ булмаҫ. Дуҫыңдың хаталарын күреп, уларҙан ҡотолорға ярҙам итеү зарур.
Серҙәрен дуҫы менән уртаҡлашһа, кешенең күңеле тынысланып ҡала. Ысын дуҫ иғтибар менән тыңлай белер, кәрәк булһа, ярҙамға ашығыр, серҙәреңде таратып йөрөмәҫ.