Сабырлыҡ – матур ғәмәл16.11.2018
Түҙемлекте, ауырлыҡ килгәндә сыҙамлыҡ күрһәтеүҙе, үҙеңә үҙең хужа булыуҙы, йәмһеҙ һәм яҙыҡ ғәмәлдәрҙән тыйыла белеүҙе “сабырлыҡ” тиҙәр.

Был донъя – торғаны бер имтихан. Кеше тормошта төрлө хәлдәргә тарый. Ҡайһы берҙәре кешеләрҙе шатландыра, бәғзеләре ҡайғыға һала. Шатлыҡта шөкөр итеү, ҡайғы килгәндә сабырлыҡ һаҡлау мосолманға фарыз ҡылынған.

Аллаһ Тәғәлә шулай бойора: “Бары тик сабыр итеүселәргә хисапһыҙ сауаптар буласаҡ” (“Зөмәр” сүрәһе, 10-сы аят).

Бер хәҙисендә пәйғәмбәребеҙ шулай тигән: “Мосолман шатлыҡлы хәлендә шөкөр итә, был – уның өсөн сауап. Ҡайғы кисерһә лә, сабыр итә, был да – уның үҙе өсөн бер хәйер. Мосолмандың хәле ғәжәп. Мосолмандан башҡаларҙа бындай хәл булмаҫ...”


Вернуться назад