Һәр замандың үҙ “Кулибины”16.11.2018

Бәләкәй трактор? Юҡ. Квадроцикл? Уға ла оҡшамаған. Дүрт тәгәрмәсле, двигателе – мотоблоктан, тәгәрмәстәре – автомобилдеке, торғаны бер мөғжизә инде! Бөгөн бындай ғәҙәти булмаған транспорт ауыл урамдарында йыш осрай. Үҙ ҡулдары менән техника яһаған оҫталар һәр ерҙә лә бар. “Кулибин”, оҫта, алтын ҡул, “йомробаш” ти ауылдаштары ундайҙар тураһында.

Ҡыпсаҡ-Асҡарҙан Вәсим Кирәев тә шундай “кули­бин”­дар­ҙан һанала. Ул, бәләкәй генә булһа ла, хужалыҡта ҡул­ланырлыҡ бик шәп ярҙамсы эшләп алған. Вәсим — һөнәре буйынса шофер. ДОСААФ ав­томәктәбен тамамлап, бер аҙ колхозда эшләп алғас, хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Унда шофер була, тыуған ауылына әйләнеп ҡайтҡас та, яратҡан һөнәре буйынса эшләүен дауам итә.
Егет бала саҡтан уйлап та­быуға һәм техник ижадҡа ынтыла.

– Бына был яра эҙе – уңыш­һыҙ тәжрибә иҫтәлеге. Алты-ете йәшемдә, ағас машина яһарға уйлап, саҡ бармаҡһыҙ ҡалманым, – ти ул, көлөп.
Кирәевтәрҙең ихатаһы ауылдаштарыныҡынан бер нимәһе менән дә айырылмай – аҙбар тулы мал-тыуар, ҡош-ҡорт, йәшелсә-емеш баҡсаһы. Бер һүҙ менән әйткәндә, бында тотош ғаиләгә эш етерлек.

– Хужалыҡта эшмәкәрлекте еңелләштереү тураһында күп­тән хыяллана инем, нисектер ҡул теймәне, ярҙамсыла­рым да эргәмдә булды. Хәҙер инде улдарым үҫеп таралышты, тормош иптәшем менән икәү генә ҡалдыҡ. Картуф ултыр­тырға, утарға, уңышын йыйып алырға, мал-тыуарға бесән әҙерләргә кәрәк. Ауылда йорт мәшәҡәте бөтмәй инде ул, – ти оҫта.

Быйыл яҙ ул тәүәккәлләп эшкә тотона. Күршеһе Раян Садиҡов та ярҙамға килә, икәүләп интернет селтәрен гиҙеп, кәрәкле мәғлүмәт эҙләй­ҙәр. Эш ҡыҙыу бара. Һәм берҙән-бер көн Кирәевтәрҙең ихатаһында Т-150К тракторына оҡшаш “мөғжизә” барлыҡҡа килә. Двигателе мотоблоктан булһа, башҡа өлөштәре – иҫке “Москвич”тан. Ҡул аҫтындағы материалдарҙан аҫылмалы ҡорамалдар ҙа эшләп ҡуялар.

Иң тәүҙә тулы приводлы был мөғжизәне ер һөрөүҙә һынап ҡарайҙар. Техника имтиханды уңышлы үтә. Артабан һынау картуф сәскәндә дауам итә. Йәйен картуф күмдерәләр, көҙөн ҡаҙып алыуҙа ҡулла­налар. Бесән әҙерләү ҙә тап ошо трактор иңенә төшә.

– Әлбиттә, эш барышында ҡайһы бер деталдәрен алмаш­ты­рырға, күп нәмәне яңынан уйлап сығарырға тура килде. Махсус бер ниндәй ҙә запас частар һатып алынманы, бөтә­һе лә ҡул аҫтында булған тимер-томорҙан эшләнде. Әммә тракторҙы тағы камиллаш­ты­раһы бар әле. Тышҡы ҡиәфәте лә матур булырға тейеш бит. Механик системаны гидрав­ликаға алмаштырыу уйы ла бар, – тип пландары менән уртаҡлашты оҫта.

Дөйөм алғанда, Вәсим Ки­рәев үҙ эшенән ҡәнәғәт. Шулай булмай ни, был техника сәғә­тенә 400 грамм бензин сарыф итә, ихатала күп урын алмай. Ә иң мөһиме – төрлө эштә фай­ҙаланырға мөмкин. Оҫта­ның йә­мәғәте Мәрзиә лә шатлығын йәшермәй, сөнки был мөғжизә-техника хужалыҡтағы бөтмәҫ эш-мәшәҡәттәрҙе байтаҡ еңеләйткән бит.


Вернуться назад