Ошо көндәрҙә эшләп йөрөгән граждандар телефонына 115 мең һум пособие түләү тураһындағы хәбәр килә. Имеш, был аҡсаға 1991–2018 йылдарҙа эшләгән кешеләр иҫәп тота ала. Рәсәйҙең Хеҙмәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән әйтеүҙәренсә, был мәғлүмәт ялған. Министрлыҡ сайтында граждандарҙың шәхси мәғлүмәттәре һәм ниндәй ҙә булһа пособие түләү тураһында тәҡдим урынлаштырылмай.
Бындай хәбәрҙе алған кешеләргә уяу булырға, шикле ресурстарға үҙегеҙ тураһында мәғлүмәтте бирмәҫкә кәңәш ителә.