Борай уҡытыусыһы Енисейҙы күрәсәк!16.11.2018
Хәбәр итеүебеҙсә, быйыл йәйгеһен Өфөлә өҫтәмә белем биреү учреждениеһы педагогтары араһында “Балаларға йөрәгемде бирәм!” тигән конкурс үтте, унда Борай Балалар ижады йорто уҡытыусыһы “Хәүефһеҙлек мәктәбе” берекмәһе етәксеһе Эльвира Хәлилова призлы урын алды.

Йәнә бер ҡыуаныслы ваҡиғаның шаһиты булдыҡ, “Балаларға йөрәгемде бирәм!” конкурсы “Турист-тыуған яҡты өйрәнеү” номинацияһының Бөтә Рәсәй ситтән тороп ҡатнашыу этабында Эльвира Сергеевна тағы ла еңеү яулаған. Яҡташыбыҙ Енисей йылғаһы буйында урынлашҡан Красноярск ҡалаһында уҙасаҡ бәйгелә Башҡортостандың данын яҡлаясаҡ.

Шул иғтибарҙы йәлеп итә, өҫтәмә белем биреү ойошмалары тураһында һүҙ ҡуҙғатылһа, ғәҙәттә, унда шөғөлләнгән ҡыҙ һәм малайҙарҙы, уларҙың ҡаҙаныштарын ғына күрһәтәбеҙ. Баҡтиһәң, был йәһәттән уҡытыусыларға ла ҙур мөмкинлектәр асылған.


Вернуться назад